20 октябрҙә, Мостай Кәримдең тыуған көнөндә Башҡортостан юлдаш каналында "Йөрәк һүҙе" телевизион проектының икенсе миҙгеле старт ала. Халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һөйөүселәр бәйгеһенә бер йылдан, Мостай Кәримдең юбилейын билдәләгән көндәрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Һәр сығарылышты йәмғиәттә танылыу алған һәм уңыш ҡаҙанған, республика үҫешенә тос өлөш индергән билдәле шәхестәр биҙәйәсәк.
Шулай уҡ "Йөрәк һүҙе" проекты өҫтөндә эшләүселәр әҙиптең ижадын донъяның төрлө телдәрендә яңғыратыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйған. Әлеге ваҡытта телевидение хеҙмәткәрҙәре тәүге сығарылыштарҙы эфирға әҙерләү менән мәшғүл.
"Йөрәк һүҙе" проекты авторы Наилә Сәфәрғолова әйтеүенсә, Мостай ағайҙың һүҙе бөгөн дә актуаль булыр, күңелебеҙгә яҡын, кәрәкле булып яңғырар, ти.