27 май - М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 96- сы ижад миҙгелен тантаналы ябыу көнө. Шулай итеп, сал тарихлы театрҙың тағы бер йылы үткәнгә оҙатыла.... Һәр миҙгел сәхнә ваҡиғалары һәм ил, республика мәҙәниәте йылъяҙмаһына уйылып ҡалырлыҡ мөһим эштәр менән хәтерҙә ҡала. Башҡорт академия драма театрының быйылғы миҙгелдә лә ғорурланырлыҡ, һағынып һөйләрлек мәлдәре бик күп булды. Был хаҡта театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов күптән түгел булып үткән матбуғат конференцияһында ла белдергәйне. 27 май – миҙгел ябыу «Мин һинең ҡәйнәң булам» (С.Белов, реж.О.Ханов) комедияһы - күңелле, зиһендәргә ял бирерлек премьера спектакле менән тамамлана. Был көндө күркәм традицияға әйләнгән саралар: көндөҙ сәхнә ветерандары менән осрашыу, 17. 30 сәғ. - Арыҫлан Мөбәрәков һәм Мостай Кәрим һәйкәлдәренә сәскә һалыу, 18.00 сәғ. - театр майҙанында тамашасылар өсөн байрам концерты, 19.00 сәғ. - премьера - «Мин һинең ҡәйнәң булам» (С.Белов, реж.О.Ханов) комедияһы күрһәтеләсәк. Спектаклдән һуң, ғәҙәттәгесә, миҙгел дауамында айырыуса маһирлыҡ күрһәткән сәхнә оҫталарын, ярҙамсы цехтар һәм бүлек хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү буласаҡ. 96-сы ижад миҙгелендә иң яҡшы ир-ат ролен кем башҡарған? Ниндәй актриса иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен һынландырған? Тамашасылар ниндәй актерға үҙ тауышын еткергән? Барыһын да 27 май көнө белерһегеҙ. Йөҙ йыллыҡҡа ҡала - 3 миҙгел... Ваҡиғаларға бай 96-сы театр миҙгелен илаһи 27 май кисендә бергәләп оҙатайыҡ, ҡәҙерле тамашасылар!