Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡынылар. Бер ваҡиға хәтерҙә ҡалған: бала саҡта ауылыбыҙға кемдер уның “Һайлап алған яҙмыш” тигән китабын килтергәйне. Ошо аҙнала – был өй, киләһе аҙнала теге өй уҡый, тип һәр береһенә ваҡыт бүлделәр. Китаптың ҡайһы өйҙә икәнен белеүе еңел ине: унда төнө буйы тиерлек ут һүнмәне. Бына шулай яҙыусының әҫәре кешеләр йөрәгендә усаҡ тоҡандырып, күңелдәренә яҡтылыҡ бөркөп сыҡты. Ноғман Сөләймән улы Мусин – башҡорт әҙәбиәтендә иң емешле эшләгән әҙиптәрҙең береһе. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Һайланма әҫәрҙәр”енең X томы донъя күреүе лә – быға асыҡ дәлил.