Күгәрсен районының Ялсы ауылында Фәттәх Шәмғоловҡа музей асылды

Күгәрсен районының Ялсы ауылында Фәттәх Шәмғоловҡа музей асылды

 Яңыраҡ Күгәрсен районының Ялсы ауылында Советтар Союзы Геройы Фәттәх Ғәфурйән улы Шәмғоловҡа музей асыу тантанаһы булды.

 Байрамда район мәҙәниәт булеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллина, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин музейы директоры Вәсилә Әмирова, район Советы депутаты,  Йәүҙәт  Кирәев һәм халыҡ йыйылды. Ауыл хакимиәте башлығы Ирек Юдаев килгән халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, телмәр тотто. Ф.Ғ.Шәмғолов һәйкәленә сәскә һалынғандан һуң, музей менән танышыу башланды. Музей экспозицияһының бер өлөшө  Бөйөк Ватан һуғышына арналған. Коллекцияның нигеҙен  Шәмғоловтың шәхси әйберҙәре тәшкил итә. Экспонаттар араһында ҡиммәтле бүләктәр, хәрби реликвиялар, документтар, ғаилә альбомдарынан фотографиялар бар.

Сығанаҡ: “Мораҙым” гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb