Ошо көндәрҙә филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Нәҙершина 90 йәшен билдәләй.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы 1936 йылдың 7 февралендә Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым ауылында тыуған. Ул 200-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 40-тан ашыу китап (монографиялар, йыйынтыҡтар һәм «Башҡорт халыҡ ижады» фәнни серияһынан томдар) авторы. Шулай уҡ, «Салауат Юлаев» энциклопедияһы, «История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX в.» һәм «История башкирского народа» кеүек мәртәбәле хеҙмәттәрҙең авторҙарының береһе.
Ғалимә «Халҡым йыры» (1995, авторҙашы менән), «Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре» (1997), «Башҡорт халыҡ риүәйәттәре, легендалары» (2001), «Башҡортса-инглизсә-русса мәғәнәләш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге» (2002, авторҙашы менән), «Урал батыр» (2003, 2005), «Салауат Юлаев башҡорт фольклорында» (ике томда, 2008), «Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре» (2010), «Сал Урал хазиналары» (2019) китаптарын башҡорт, рус, инглиз, «Тел гәүһәрҙәре» (2020) башҡорт, рус, инглиз, немец, француз телдәрендә баҫтырып сығарып, башҡорт фольклоры ғилемендә яңы йүнәлешкә нигеҙ һалды. Фәнүзә Нәҙершина тарафынан әҙерләнгән халыҡ ижады материалдары (риүәйәттәр һәм легендалар, йомаҡтар, мәҡәл һәм әйтемдәр) һәм мәҡәләләре төрөк телендә лә донъя күрҙе. «Башҡортостан халыҡтарының фольклоры» энциклопедияһының баш мөхәррире һәм авторҙарының береһе. Яңыраҡ, 2025 йылда, «Китап» нәшриәтендә «Башҡорт халҡының йыр сәнғәте» тигән тос хеҙмәт емеше донъя күрҙе.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы 1954-1959 йылдарҙа Ауырғазы районында Мораҙым ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, директор, ВЛКСМ-да бүлек мөдире булып эшләгән. 1962-2023 йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләп, үҙ теләге менән хаҡлы ялға сыҡҡан.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы күренекле ғалимәне оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлай һәм ныҡлы сәләмәтлек теләй.