Күренекле башҡорт яҙыусылары һәм сәсәне Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған ере Красногвардеецкий районында ҙур сара уҙғарылды

Күренекле башҡорт яҙыусылары һәм сәсәне Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған ере Красногвардеецкий районында ҙур сара уҙғарылды

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы делегацияһы Ырымбур өлкәһенең Красногвардеецкий районының 50 йыллыҡ юбилейы уңайынан уҙғарылған ҙур сарала ҡатнашты. Байрамды беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.

Күренекле башҡорт яҙыусылары һәм сәсәне Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған ере Красногвардеецкий районына Баймаҡ район хакимиәте һәм  урындағы башҡорттар ҡоролайы башҡарма комитеты етәкселегендәге  төбәк делегацияһы  барҙы. Сәфәрҙең төп маҡсаты булып, райондар араһында мәҙәни, иҡтисади, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙә үҙ‐ара хеҙмәттәшлек итеү, дуҫлыҡ бәйләнештәрен булдырыу ине. Сәфәр Бәхтийәр башҡорт ауылынан башлана. Был ауылда йәштәр көсө менән мәсет тергеҙелгән, Бөйөк ватан һуғышы ветерандарына стелла асылған. Пролетарка ауылының мәктәбен ҡарау, тирә‐яҡты өйрәнеү музыйы менән танышыуҙың маҡсаты‐ туған тел өйрәнеү мәсьәләһенә ҡайтып ҡалды. Башҡорт теле был мәктәптә уҡытылмаһа ла, фән аҙнаһына ике тапҡыр факультатив рәүешендә үткәрелеп килә, төрлө мәҙәни түңәрәктәр эшләй. Ауыл клубында ла башҡорт мәҙәниәтенә ҙур иғтибар бирелә.   Эшлекле осрашыу  Баймаҡ артистары тарафынан әҙерләнгән бай тамаша менән мәҙәниәт йортонда дауам итте. Красногвардеецкий һәм Баймаҡ райондары менән ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Йыр-моңға, рухҡа һыуһап килгән халыҡ Баймаҡ артис¬тары сығышын  ихлас ҡараны. Башҡорт ауылдары тип иҫәпләнгәндәрендә лә төрлө милләт вәкилдәре дуҫ йәшәй. Уларҙың мәҙәниәте менән эшсе төркөм Красногвардеецкий районының 50 йыллығына арналған ҙур байрамда танышты. Һабантуйҙа әрмән, татар, украин мәҙәниәтен сағылдырған тирмәләр ҡоролдо. Баймаҡ районы ла үҙ тирмәһен тәҡдим итте, халҡыбыҙҙың бай тарихын, мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен асты. Байрам бай концерт програмаһы һәм үҙ эшендә иң‐иңдәрҙе билдәләү менән дауам итте.
Красногвардеецк башҡорттарҙың тығыҙ йәшәгән урыны булып тора. Башҡортостандан ситтә йәшәп тә үҙ телен онотмаған, башҡортса һөйләшкән, милли рухын һәм иманын һаҡлап тота алған Туҡ буйы башҡорттары һоҡланыуға, хуплауға, бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйыуға лайыҡ.

Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/yrymbur-lk-e-krasnogvardeetskiy-rayonyna-50-yyl/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb