20 ноябрь көнө РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт топера һәм балет театры солисы, күренекле йырсы Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова 95 йәшен билдәләр ине.
Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова 1922 йылдың 20 ноябрендә хәҙерге Саҡмағош районының Иҡсан ауылында донъяға килә. Нигеҙ һалынған көнөнән алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. 40-сы йылдар башында «Евгений Онегин» операһында Ольга партияһын башҡарып, тиҙ арала танылыу яулай. Тәүгеләрҙән булып башҡорт композиторҙары операларында төрлө партиялар башҡара. Сәхнә йондоҙо боронғо башҡорт йырҙарын оҫтаһы булыуы менән дә билдәле.
Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы ғүмере буйы Башҡорт дәүләт опера һәм балеты театрында эшләй. Ул Башҡорт композиторҙарының опера партияларының беренсе башҡарыусыһы. Мәҙәниәтебеҙҙең сағыу йондоҙҙарының береһе булып балҡыған, бар ғүмерен сәнғәткә бағышлаған Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова башҡорт, татар, рус йырҙарын да берҙәй яратып башҡара.