Күптән түгел Г. Пономаренко исемендәге Краснодар филармонияһында «Кубань хөрмәтенә, Рәсәй мәнфәғәтенә!» концерты үтте. Сара Рәсәйҙә иң яҡшы оркестрҙарҙың береһе, «Кубань виртуоздары» дәүләт концерт рус халыҡ оркестрының 25 йыллығына арналған ине.
Юбилей концертына илдең төрлө төбәктәренән һәм ҡалаларынан – Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Өфөнән, Симферополдән, Майкоптан, Белгородтан, Петрозаводскиҙан, Элистанан, шулай Көньяҡ Кореянан һәм Япониянан танылған сәнғәт оҫталарын йыйылғайны
Мәртәбәле концертта башҡорт моңо лә яңғыраны. Солист һәм дирижер сифатында Өфөнән күренекле музыкант, Башҡортостан Халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын ойоштороусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, республиканың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин ҡатнашты, Морат Әхмәтовтың күренекле «Урал иртәһе» әҫәрен башҡарып, шулай уҡ «Кубань виртуоздары» оркестры менән дирижерлыҡ итте.