Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда «Көйөргәҙе биҙәктәре» төбәк-ара шәл фестивале үтте

Көйөргәҙе районының  Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда «Көйөргәҙе биҙәктәре» төбәк-ара шәл фестивале үтте

Күптән түгел Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда «Көйөргәҙе биҙәктәре» төбәк-ара шәл фестивале уҙғарылды. Бында Ырымбур өлкәһенең 2-се Иманғол, Көйөргәҙе районының Павловка, Бахмут, Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Мораптал ауылдарынан килгән фольклор ансамблдәре һәм шәл бәйләү оҫталары ҡатнашты. Мәҙәниәт йорто фойеһына килеп инеү менән күҙҙең яуын алып торған шәлдәр, мамыҡтан бәйләнгән башҡа бик күп төрлө әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторолған. Был бәйгенең 1-се туры ине. Икенсе турҙа фольклор ансамблдәре шәл менән бәйле халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте. Һәр сығыш үҙенең үҙенсәлеге менән хайран ҡалдырҙы.  Ярыштың 3-сө турында шәл бәйләүселәр ысын мәғәнәһендә үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтергә тейеш ине. Конкурсанттарҙың һәр береһенә мамыҡ еп таратылып бирелде. Кем тиҙерәк һәм күберәк бәйләүгә ярыш башланып та китте. Байрамдың ҡунаҡтары һәм шулай уҡ жюри ағзалары — район хакимиәтенең социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Светлана Тураева, район мәҙәниәт йорто режиссеры Ирина Песецкая һәм Таймаҫ ауылы шәл оҫтаһы Мәүлиҙә Мәҡсүтоваға еңеүселәрҙе билдәләүе, ай-һай, ауыр булғандыр. Шулай ҙа бәйгенең еңеүселәре билдәле. Күргәҙмә буйынса:
I урын «Умырзая» командаһы (Мораптал ауылы);
II урын «Шалтран» командаһы (Таймаҫ ауылы);
III урын «Шишмәләр» командаһы (2-се Иманғол ауылы).
Фольклор буйынса:
I урын «Умырзая» командаһы (Мораптал ауылы);
II урын «Ҡыңғырауҙар» командаһы (Бахмут ауылы);
III урын «Сөйөмбикә» командаһы (Зәк-Ишмәт ауылы).
Бәйләү оҫталығы буйынса:
I урын «Шишмәләр» командаһы (2-се Иманғол ауылы);
II урын «Шалтран» командаһы (Таймаҫ ауылы);
III урын «Янрав» командаһы (Павловка ауылы). Ойоштороусылар «Арзан» магазины һәм Киров исемендәге хужалыҡ етәкселегенә финанс ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәттәрен белдерә. Сығанаҡ: “Юшатыр” гәзите, Розалия Назарова

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb