Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«КӨЛГӨ КИЛӘ, КҮҘ ЙӘШТӘРЕ АША!»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 21 ноябрь 2016
«КӨЛГӨ КИЛӘ, КҮҘ ЙӘШТӘРЕ АША!»
10 декабрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының һәм республикабыҙ театрҙары солистары һәм коллективтары ҡатнашлығында күренекле Кәтүк Әхәт Уразмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған кисә уҙа. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада оҫтаһы, халыҡ уны билдәле Кәтүк менән Бағанай дуэтында ҡатнашыусы булараҡ белә ине. Һүҙ Башҡортстандағы юмор һәм сатира сәнғәтенә нигеҙ һалусыларҙың берһе Әхәт Уразмәтов тураһында. Ғафур Латыпов менән бергә ул ике ҡыҙыҡлы образ уйлап таба – Бағанай һәм Кәтүк образдары. Бына шул ролдәрҙә улар оҙак йылдар буйы бөтөн илде тиерлек урап сыға. Әхәт Сәлих улы Уразмәтов 1931 йылдың 9 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районы Ҡалмаш ауылында тыуған. 1951 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын башлай. Ижади тормошонда артист сәхнәлә бик күп сағыу образдар тыуҙыра. Әхәт Уразмәтов туплаған тәжрибәһен йәш эстрада артистарына тапшыра. Шул рәүешле башҡорт эстрадаһында емешле эшләгән Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк көлкө театры ойошторола. Йәшенә ҡарамаҫтан, артист концерттарҙа, юмор фестивалдәрендә, юбилей кисәләрендә сығыш яһауын дауам итә. Күренекле артист, сағыу шәхес, яҡшы кеше Әхәт Уразмәтов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. 10 ДЕКАБРЬ филармонияның Ҙур залында ӘХӘТ УРАЗМӘТОВтың яҡты иҫтәлегенә арналған «КӨЛГӨ КИЛӘ, КҮҘ ЙӘШТӘРЕ АША!» тип исемләнгән кисә үтә. Бында Башҡорт дәүләт филармонияһының, республикабыҙ театрҙарының солистары һәм коллективтары ҡатнаша: Хәлит һәм Лилиә Фәтиховтар, Гөлзәмиә Ситдикова, Хәким Мортазин, Вәлит Илембәтов һәм «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк»эстрада театры, Айҙар һәм Алмас Йоносовтар (тальян), Иҙрис Ғәзиев, Фәдис Ғәниев, Гөлназ Асаева, Фәрүәз Урманшин, Айнур һәм Илшат Фәтиховтар, Фәйрүзә Нуриева, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм «Нур» татар дәүләт театры артистары. Тамашаға рәхим итегеҙ! Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө