Кисә Бөтә донъя фольклориада ҡунаҡтарын Сибай ҡалаһы ҡабул итте. Албания, АҠШ, Коста-Рика, Ҡырғыҙстан, Черногория, Венгрия, Швейцария коллективтары ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йыр-моңға күмде, дәртле бейеүҙәре менән һоҡландырҙы.
Сарала интерактив зоналар булдырылды. Унда сит ил ҡунаҡтарына һәм башҡа теләгәндәргә халыҡ бейеүҙәре, ҡурайҙа, думбырала, ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә өйрәнеү, башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Фольклориада ҡунаҡтарын бигерәк тә "Яугел" халыҡ ҡумыҙсылар ансамбленең сығыштары әсир итте. Төркөмдөң алыштырғыһыҙ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҫта ҡумыҙсы һәм өҙләүсе Дилара Рафиҡованың ҡумыҙҙа уйнауы менән Албания, Ҡырғыҙстан һәм Американан килгән ҡунаҡтар айырыуса ҡыҙыҡһынды, үҙҙәре лә ҡабатлап ҡараны.
Ҡырғыҙҙар Сибай ҡумыҙсыларының дүрт бармаҡ менән уйнауына хайран ҡалһа, Американың Калифорния Штатынан килгән Остин Дилара Рафиҡованың ағас ҡумыҙына аптыраны. Тәү ҡарашҡа бик ябай күренгән был музыка ҡоралынан шундай илаһи моң сығыуына хатта ышанмай, үҙе лә уйнап ҡараны. "Ҡустыма алып ҡайтһам, өйрәнер ине", - тигәс, Сибай ҡумыҙсыһы сит ил ҡунағына ағас ҡумыҙ бүләк итте.
Кәримә Усманова