«Калигула» спектаклендә төп ролде башҡарыу өсөн Өфөгә икенсе ҡаланан актер саҡырылған

«Калигула» спектаклендә төп ролде башҡарыу өсөн Өфөгә икенсе ҡаланан актер саҡырылған
2 декабрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә «Калигула» трагедияһының премьераһы була. Альбер Камюҙың пьесаһы буйынса спектаклде режиссер Азат Йыһаншин сәхнәләштерә, көйөн композитор Урал Иҙелбаев яҙған. Әҫәр илдә тәүге тапҡыр милли телдә ҡуйыла.

Калигула — Гай Юлий Цезарҙың ҡушаматы. Рим императоры бала сағынан уҡ ошо ҡушаматты йөрөткән. Камюҙың әҫәре — власть һәм яңғыҙлыҡ трагедияһы, азатлыҡ һәм ҡоллоҡ араһында һайлау, хис-тойғолар ҡайнарлығы ул.

«Минең өсөн Калигула Камюҙың пьесаһы персонажы булараҡ бөтөнләй диуана түгел. Ул залимлыҡтың ҡурҡыу нигеҙендә барлыҡҡа килеүен раҫлап, кешенең тәбиғәтенән көлгән кеүек», — ти Азат Йыһаншин.

«Калигула» спектакленең яҙмышы ҡатмарлы, әммә бик ҡыҙыҡлы. Азат Йыһаншин әҫәрҙе тәүге тапҡыр 2014 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйҙы. Ул саҡта тәнҡитселәр уның эшен йылы ҡабул иткәйне. Төп геройҙы бер үк артистың уйнауы режиссер өсөн ифрат мөһим булғанлыҡтан, Йәштәр театры труппаһына Вадим Ҡылысов саҡырылған. Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артистары Рушана Бабич, Мәғәфүр Усманов, республиканың атҡаҙанған артистары Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Венер Камалов һәм башҡа актерҙар ҡатнаша.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb