Капиталь ремонт үткәндән һуң Учалы районының Иманғол ауылында Мәҙәниәт йорто асылды

Капиталь ремонт үткәндән һуң Учалы районының Иманғол ауылында Мәҙәниәт йорто асылды

«Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендә күптән түгел Учалы районының Иманғол ауылында Мәҙәниәт йорто асылды. Ярты быуатҡа яҡын элек төҙөлгән бина бөтөнләй яңырып ҡалды: тамашасылар залы, сәхнә ремонтлана, яңы урындыҡтар, ишектәр ҡуйыла, йылытыу радиаторҙары алмаштырыла. Спорт залында - яңы иҙән һәм тәҙрәләр.
Икенсе ҡаттағы кабинеттар ҙа төҙөкләндерелә, оҙаҡламай бында балалар музыка мәктәбенең күсеүе көтөлә.
Ошо мөғжизәле үҙгәреш өсөн талап ителгән аҡсаның ете йөҙ етмеш мең һумын БР бюджеты бүлә, йөҙ егерме мең - урындағы ҡаҙнанан, шул тиклем үк сумманы халыҡ үҙе йыя.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән «Урал таштары» йәмғиәте хәйриә ярҙамы күрһәткәндәр. Ике айҙа эсендә бар эштәрҙе «Монолит» предприятиеһы бригадаһы атҡарып сыға.

Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары һәм филармония артистары халыҡты матур концерт менән һөйөндәрҙө.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb