Рәшит Ваһапов исемендәге XV Халыҡ-ара татар йыры фестивале йәш башҡарыусылар конкурсы еңеүселәрҙе билдәләне. 1 апрель Татарстан республикаһының баш ҡалаһы Ҡазанда бәйгенең 3-сө туры үтте.
Быйыл ижади форумда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вәкилдәре лә ҡатнашты. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев етәкселегендәге «Карауан» төркөмө ҡатнашып уңышҡа өлгәште. Егеттәр конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Вокаль ансамбль» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды.
Рәшит Ваһапов исемендәге XV Халыҡ-ара татар йыры фестивале йәш башҡарыусылар конкурсының Гала-концерты 15 майға тәғәйенләнгән.