Карменды французса ла аңлайҙар...

Карменды французса ла аңлайҙар...

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры 79-сы ижад миҙгелен Жорж Бизеның “Кармен”  операһы менән асты.

 «Кармен» операһы иң танылған сәхнә әҫәрҙәре рәтендә. Ул Нью-Йоркта ла, Пекинда ла, Сиднейҙа ла афишаларҙан төшмәй. Башҡортостандың опера һәм балет театры репертуарында «Кармен» 90-сы йылдарҙан бар. Ул рус телендә башҡарылғанға күрә сюжет линияһы ла, геройҙарҙың кисерештәре лә тамашасыла һорау тыуҙырмай. Ләкин «Шаляпин кисәләрен» асып ебәргән «Кармен» француз телендә. Бының дә үҙ өҫтөнлөктәре бар,  тип билдәләй артистар.  

Премьера көнөндә Кармен ролен Мәскәү академия музыка театрының артисы Лариса Андреева, ә Хозе ролен – Екатеринбург дәүләт академия опера һәм балет  театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Вәлиев башҡарҙы.

П. Мерименың танылған новеллаһын Башҡортостанда сәхнәләштереү өсөн Рәсәйҙең тәжрибәле театр әһелдәре йәлеп ителгән. Режиссер-ҡуйыусы Дмитрий Белянушкин (Рәсәйҙең Ҙур театры), рәссам-сценограф Александр Арефьев, рәссамдар Мария Чернышёва, Андрей Абрамов, Радик Сафин, хореограф Рамуне Ходоркайте, хормейстерҙар Әлфиә Белогонова, Любовь Липатова, шулай уҡ музыкаль етәксе, дирижер-ҡуйыусы Артем Макаров киң билдәле әҫәрҙе заманса күрһәтергә тырышҡан.

Өфө тамашасылары Карменды танымауы ла ихтимал. Ул яңы сәхнәләштереүҙә яҙмыштарҙы емереүсе түгел, ә ҡотҡарыусы булараҡ күҙ алдына баҫа. Мөхәббәт, саф хистәр, тоғролоҡ хаҡындағы спектаклдә төп героиняның уй-кисерештәре лә башҡаса кеүек. Мәскәүҙән саҡырылған  режиссер Дмитрий Белянушкин ҡатынды йомшаҡ күңелле итеп күрһәтергә тырышҡан. Хозе партияһын башҡарыусы яҡташыбыҙ Илһам Вәлиев билдәләүенсә, әлеге премьераға әҙерлек етди барған.

Әҫәр тетрәткес сюжетҡа ҡоролһа ла, халыҡ спектаклде йылы ҡабул итте. Опера француз телендә яңғырауға ҡарамаҫтан, тамашасылар титр ярҙамында ла йөкмәткеһен яҡшы аңланы, геройҙар менән бергә шул ваҡиғаларҙы кисерҙе. Юғары сәнғәт өлгөләре  тәржемәһеҙ ҙә  халыҡ күңеленә үтеп инә.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb