Йыл һайын ғинуарҙа Бөрө ҡалаһында "Керәшен һыуыҡтары" фестивале үтә. Сираттағы конкурс 18 ғинуарҙан 20-нә тиклем барасаҡ. Еңеүселәр ғәҙәти "Хореография", "Эстрада йыры", "Эстрада бейеүе", "Эстрада музыкаһы"нан тыш, "Альтернатив музыка", йәғни рэп, хип-хоп кеүек төрҙәр буйынса ла билдәләнәсәк. Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар Республика халыҡ ижады үҙәгендә 15 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.
"Керәшен һыуыҡтары" Бөрөлә 1995 йылдан алып уҙғарыла.