«Керәшен һыуыҡтары» фестиваленең еңеүселәре билдәләнде

«Керәшен һыуыҡтары» фестиваленең еңеүселәре билдәләнде

Ғәҙәттәгесә, йыл һайын ғинуарҙа Бөрө ҡалаһында "Керәшен һыуыҡтары" төбәк-ара эстрада йырҙары фестиваль-конкурсы уҙа. Сираттағы конкурс 18 -20 ғинуар көндәрендә уҙғарылды. Быйылғы фестивалдә республиканың 17 район һәм 13 ҡалаһынан, Мәскәү, Һамар һәм Пермь крайынан вәкилдәр ҡатнашты."Керәшен һыуыҡтары"фестиваленең Гала-концертында еңеүселәр билдәләнде. Улар: "Эстрада бейеүе" номинацияһында - Бөрө ҡалаһының "Маски" ансамбле, "Эстрада йыры" буйынса - Стәрлетамаҡтан Алина Рай, "Эстрада музыкаһы" номинацияһында Бөрөнән "Ред Хорс" төркөмө еңеү яуланы.

«Керәшен һыуыҡтары» фестивале 1995 йылдың ғинуарынан алып ойошторола. Фестиваль һәләтле йәш башҡарыусыларҙы һәм ижади коллективтарҙы асыҡлау һәм уларға булышлыҡ итеү өсөн уҙғарыла. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb