«Керәшен һыуыҡтары» фестиваленә әҙерлек башланды

«Керәшен һыуыҡтары» фестиваленә әҙерлек башланды

Йыл һайын ғинуарҙа Бөрө ҡалаһында "Керәшен һыуыҡтары" фестивале үтә. Сираттағы конкурс 18 ғинуарҙан 20-нә тиклем барасаҡ. Еңеүселәр ғәҙәти "Хореография", "Эстрада йыры", "Эстрада бейеүе", "Эстрада музыкаһы"нан тыш, "Альтернатив музыка", йәғни рэп, хип-хоп кеүек төрҙәр буйынса ла билдәләнәсәк. Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар Республика халыҡ ижады үҙәгендә 15 ғинуарға тиклем ҡабул ителә.

"Керәшен һыуыҡтары" Бөрөлә 1995 йылдан алып уҙғарыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb