Яңы йыл алдынан балалар һәр йылды театрыбыҙҙан ниндәй ҙә булһа яңылыҡ көтә, сөнки коллектив һәр йыл балаларға ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк әҙерләй - махсус рәүештә спектакль ҡуя. Әлбиттә, шыршы тирәләй шаян әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҙа ҡыҙыҡһындыра бәләкәстәрҙе. Театр был юлы ла Яңы йыл байрамы менән ҡотлап балаларға ысын мәғәнәһендә ҙур шатлыҡ бүләк итәсәк- шыршы тирәләй күңелле уйындар, бүләктәр һәм сағыу, дәртле, музыкаға бай, мажаралы, йырлы – моңло «Диңгеҙ.Утрау. Хазина» әкиәте. Пьеса (авторы – Дамир Сәлимәйнов) балалар, бигерәк тә, малайҙар яратып уйнаған пираттар уйынын хәтерләтә. Спектакль - ҡуйылыш йәһәтенән дә бәләкәстәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бер тында ҡаралыҡ заманса, етеҙ тамаша. Режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев.
«Диңгеҙ. Утрау. Хазина» премьераһы: 22 – 29 декабрҙә көнөнә өс тапҡыр: 10.30, 13.00, 15 сәғәттәрҙә, 30 декабрҙә – 10.30, 13.00 сәғәттәрҙә була. Тамашаға рәхим итегеҙ!
Сығанаҡ: М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры