Өфөлә 17 март-изге йома көнөндә Өфө “Нур” татар театрында "Мисс Мөслимә-2017" бәйгеһе үтә. Илебеҙҙең иң матур мосолман ҡыҙҙары сибәрлектә ярышасаҡ.
Өфөлә мосолман ҡыҙҙары араһында сибәрлек бәйгеһе ойошторола. Икенсе йыл рәттән уҙғарылып килгән был матурлыҡ бәйгеһе мосолман илендәге күркәм сараларҙың береһенә әүерелде.
Бәйгесе ҡыҙҙар араһында һайлап алыу туры үткән. Конкурстың шарттары буйынса бәйгелә 18-30 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Сибәркәйҙәр иң мөһим төп шартты үтәргә бурыслы, һылыуҙар дин тәғлимәттәрен үтәргә һәм кәмендә 3 сүрәне яттан уҡырға тейештәр.
Бәйге ойоштороусылар хәбәр итеүенсә матурлыҡ кисәһендә популяр шағирә Эвита Гайнеттың ҡатнашыуы көтөлә.