Киләһе йылда «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» халыҡ-ара шиғриәт фестивале уҙғарыласаҡ

Киләһе йылда «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» халыҡ-ара шиғриәт фестивале уҙғарыласаҡ

Киләһе йылда  Өфөлә 2019 йылдың сентябрендә «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» халыҡ-ара шиғриәт фестивале уҙғарыласаҡ. Сараны ойоштороусы- Башҡортостан Яҙыусылар союзы.

Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев хәбәр итеүенсә, конкурста төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән шағирҙар ҡатнаша ала. Улар төрлө телдәрҙә Мостай Кәримдең һәм үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләргә  тейеш. Әлеге ваҡытта фестивалгә әҙерлек алып барыла, тине ул. Был турала Милли йәштәр театрында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналы саралар уҙғарыуға арналған матбуғат конференцияһында хәбәр ителде. Шулай уҡ  19-26 ноябрҙә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында һәм Милли йәштәр театрында саралар уҙғарыласаҡ.

Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Альбина Юлдашбаева әйтеүенсә, бер музей ҙа, китапхана ла юбилей сараларынан ситтә ҡалмай. Республика ҡала һәм райондары буйлап күсмә күргәҙмәләр ойошторола. Милли китапхана йолаға әйләнгән Мостай уҡыуҙарын үткәрә, тине ул.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb