Ким Әхмәтйәнов 1932 йылдың 5 февралендә Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында уҡый. Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый, башҡорт шиғриәте буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында эшләй.
Ким Әхмәтйәнов «Әҙәбиәт теорияһы» китабы өсөн С. Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була. «Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре», «Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге», «Шиғриәт иленә сәйәхәт». «Назар Нәжми — шиғыр оҫтаһы», «Ғ. Сәләм. Тормошо һәм ижады», «Матурлыҡ, батырлыҡ, шиғриәт» һ. б. китаптары бөгөн дә әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, студенттар өсөн кәрәкле һәм мөһим хеҙмәттәр. Ижад юлына аяҡ баҫҡан һәр кем танылған ғалимдың эштәренә мөрәжәғәт итә.
Ким Әхмәтйәнов әҙәбиәт белгесе булараҡ танылыу алған шәхес. Ул беренсе булып башҡорт әҙәбиәтенең теория нескәлектәрен өйрәнә һәм “Әҙәбиәт теорияһы”исемле ғилми хеҙмәт баҫтырып сығара, башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеү өлкәһендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы.