Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған сара уҙҙы

Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған сара уҙҙы

Көйөргәҙе районында башҡорт старшинаһы һәм хәрби етәксеһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Кинйә Арыҫланов, заманының батыр улдары менән, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышын алып бара.
Республика Башлығы Кинйә-Абыҙ ауылы янында, милли батырыбыҙҙың ҡәбере тип фаразланған урында булды. Был мемориаль комплексҡа сәскәләр һалғас, сарала ҡатнашыусылар, коллектив ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнашты.

– Башҡорт халҡының бөйөк улы, Емельян Пугачев менән Салауат Юлаевтың көрәштәше Кинйә Арыҫланов юғары зиһен кәүҙәләнеше булды – ул мәғрифәтле кеше, дин белгесе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Риүәйәттәр буйынса, ошонда ерҙә ерләнгән. Яҙмышының тарихы юғалған, үлгән датаһы ла билдәһеҙ. Ул яуҙаштарына, һәләк булған осраҡта тыуған ерендә ерләүҙәрен әйтеп ҡалдырған. Һәм бына беҙ Кинйә Арыҫлановтың тыуған ерендә...

Төбәк етәксеһе "Кинйә йыйыны" фестивалендә батырҙың яҡташтарын 300 йыллыҡ тыуған көнө менән ҡотланы һәм Республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Һәм, был ерҙәрҙә, яугир Кинйә Арыҫлановтың хәрби рухы бөгөн дә һиҙелә, тип өҫтәне.

Сара сиктәрендә, шулай уҡ, милләтте туплауҙа, башҡорт тарихын, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы «Алда нур сәс халҡыңа” миҙалы менән ауыл хакимиәте башлығы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Фәнис Мансур улы Рахманғолов бүләкләнде. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев тапшырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb