КИНО ЙЫЛЫ ТАМАМ, АЛДА ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ АЙЫРЫМ ҺАҠЛАНҒАН ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘЛӘРЕ ЙЫЛЫ

КИНО ЙЫЛЫ ТАМАМ, АЛДА ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ АЙЫРЫМ ҺАҠЛАНҒАН ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘЛӘРЕ ЙЫЛЫ

Башҡортостанда кино сәнғәтен үҫтереү буйынса башҡарылған эштәргә бөгөн Бөрө ҡалаһында йомғаҡ яһалды.  Ҡалала  күп фукциялы мәҙәни үҙәк тә эш башлай.  Яңы  смарт учреждениеның эшмәкәрлеге менән эш сәфәре барышында Республика башлығы ла танышты.

Май сүлмәге тышынан билдәле тигән һымаҡ, үҙәктең заманса эшләүе лә ишек төбөнән үк күренә. Барып инеү менән робот менән хәбәр һатып алырға мөмкин. Бындағы түңәрәктәргә инде  баш ҡала уҡыусылары ла көнләшерлек. Электрон китапхана, йәш журналистарға репортаждар  әҙерләү өсөн телестудия, хатта эфирға сығыу мөмкинлеге лә бар. Ә бына Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә эшләгән 3д моделдәр яһау түңәрәгендә ҡатмалы фигураларҙы ла  баҫырға була. Бындай ҡоролмалар Рәсәйҙә 200 тирәһе генә.
Роботтар  йыйыу иһә һәр малайҙың хыялы, ә бындағы программалар ярҙамында төрлө ҡатмарлы моделдәрҙе лә йыйырға мөмкин.
Республикалағы тәүге киберспорт майҙансығы ла тап ошо бинала урынлашҡан.  Улар команда туплап халыҡ-ара кимәлгә сығырға иҫәп тота.  Рөстәм Хәмитовтан киберспортсылар  грант алыуҙа ярҙам һораны, эшмәкәрлекте камиллаштырыу өсөн. 
Ә был студияла  төрлө төҫтәге бәләкәй генә пластилин киҫәктәренән ошондай йәнһүрәт геройҙары тыуа. Әкиәт төшөрөү еңел түгел, түҙемлек тә, ижади ҡараш та кәрәк. Һәр бер хәрәкәт айырым фотоға төшөрөлә һәм һуңынан ғына монтажлап ҡушыла. Мәҫәлән, ошо ҡыҙҙың конькиҙа шыуыуын сағылдырыу өсөн генә 100-ләп кадр кәрәк.
Объект 14 ай эсендә генә төҙөлгән, проект хаҡы ла әллә ни юғары түгел 100 миллион һум тирәһе, уның яртыһы республика, ҡалғаны  федераль ҡаҙнанан.  Иң мөһиме заманса ҡараш, бында бөгөнгө балаларҙың мауығыуҙары, шөғөлдәре иҫәпкә алынған. 
Республика башлығы, смарт үҙәктең кимәлен юғары баһаланы,  мәҙәни объекттар  заман талаптарына яраҡлаштырылып төҙөлөргә, ҡалыплашыуҙан алыҫ тоторға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.
Киләсәктә  был алымды китапханалар системаһында ла  ҡулланыу мотлаҡ. Башҡортостан был учреждениелар иҫәбе буйынса илдә алдынғы урын биләй,  тик уларҙың күбеһе әле булһа ла иҫкесә эшләй.Киләсәктә, уҡыусыларҙы ылыҡтырыу өсөн яңы эш формалары ҡулланыу мөһим.  
Бөрөлө бөгөн Кино йылын ябыуға арналған тантана үтте һәм Башҡортостан кино сәнәғәтенең тарихына бағышланған күргәҙмә асылды. Ошо  өлкәлә эшләгән хеҙмәтә алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова ла бар.
Йыл кино сәнғәте өсөн һөҙөмтәле булған, республика  төбәктәре буйлап барған киномарафонда 15 мең тирәһе кеше ҡатнашҡан. Республика Башлығы гранты ярҙамында тулы метражлы ике яңы нәфис фильм төшөрөлгән. Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге фестивалдәрҙә еңеү яулаған. Кино йылы тамамланһа ла ижади эш тҡтамай, әле «Башҡортостан» киностудияһында ун яңы картина  өҫтөндә эш бара.

Сығанаҡ: БСТ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb