"Кино төнө": Өфөлә асыҡ һауала ике фильм кәрһәтәсәктәр

"Кино төнө": Өфөлә асыҡ һауала ике фильм кәрһәтәсәктәр

27 августа Өфө ҡалаһының Ағиҙел йылғаһы буйында «Кино төнө - 2022» Бөтә Рәсәй акцияһы барышында бушлай кино күрһәтеү ойошторола. Асыҡ һауалағы кинотеатрҙа өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары режиссер Динара Әбдрәшитованың «Гильза» ҡыҫҡа метражлы фильмын һәм Алексей Нужныйҙың «Пара из будущего» комедияһын ҡарай ала. Сеанс 20:50 сәғәттә башлана.

«Гильза» фильмы ике малайҙың - команданың иң яҡшы уйынсыларының тарихы хаҡында бәйән итә. Береһенең фамилияһы – Ғиләжетдинов, шуға бәйле ҡушаматы - Гильза (ролде Илдар Бикҡолов башҡара). Идея авторы – йәш режиссёр Динара Әбдрәшитованың әйтеүенсә, был фильмды төшөрөүгә уны Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһындағы «Ҡараташ» балалар хоккей командаһының ысын тарихы илһамландырған.

Икенсе фильм - Сергей Бурунов менән Мария Аронованың «Киләсәк пары» комедияһы. Евгений менән Александра 2040 йылдан – 2020 йылға, Женя Сашаға ҡаилә ҡорорға тәҡдим иткән көнгә әйләнеп ҡайта. Хәҙер иһә улар үҙҙәренең йәш саҡтағы парын айырырға хәл итә, әммә был еңел булмаясаҡ, сөнки йәштәр үҙ мөхәббәте өсөн көрәшә...

- Өфө етенсе тапҡыр "Кино төнө" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Быйыл тамашасылар 26 муниципаль кинотеатрҙа, шулай уҡ Республика Хәрби дан музейында иң яҡшы башҡорт һәм Рәсәй фильмдарын бушлай ҡарай ала. 27 августа киске сәғәт 9 тула 10 минутта асыҡ һауалағы кинотеатрҙа фильмдар күрһәтәсәкбеҙ – Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын Ағиҙел йылғаһы ярына саҡырабыҙ,– тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

"Кино төнө": Өфөлә асыҡ һауала ике фильм кәрһәтәсәктәр

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb