Кинотеатрҙар 15 августан эшен башларға мөмкин

Кинотеатрҙар 15 августан эшен башларға мөмкин

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә кинотеатрҙарҙың эшен башлау буйынса брифинг үтте. БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина белдереүенсә, кинотеатрҙар эш башлаһын өсөн уларҙа яңы короновирус инфекцияһын таратмау буйынса санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш.

“Кинотеатрҙар 15 августан эш башларға мөмкин тип һаҡлыҡ менән белдерәбеҙ. Әлбиттә, республикала эпидемиологик хәлгә ҡарап был билдәле буласаҡ”, - тине Н. Лапшина.

Кинотеатрҙарҙа маска режимы һәм социаль дистанция һаҡланырға тейеш. Был ултырыш араһы, кассир һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр менән тамашасылар араһына, инеү-сығыу урындарына, аш-һыу һатыу нөктәләренә ҡағыла. Киносеанстар араһы 30 минут булырға тейеш. Шул арала залда дезинфекция эштәре үткәреп өлгөрөргә кәрәк буласаҡ. Тамашасыларға билеттарҙы интернет аша алырға тәҡдим ителә. 

Әлеге ваҡытта музейҙар һәм китапханалар үҙ эшен дауам итә. Театрҙар яңы миҙгелде асырға әҙерләнә. Илдә эпидемиологик хәл яҡшырғас,  кескәй формала һәм кескәй төркөмдәр менән эшләргә әҙер булған мәҙәниәт усаҡтары асыласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb