Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, Ҡазан ҡалаһында үтәсәк 13-сө Халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә Кирстен Гайнет режиссерлығында төшөрөлгөн «Ете ҡыҙ театры» документаль фильмы ҡатнаша.
Яҡташыбыҙҙың ижади картинаһы 61 илдән ебәрелгән меңгә яҡын эш араһынан һайлап алына. Конкурс Татарстандың баш ҡалаһында сентябрь башында үтә. Кинотаҫма Бөйөк Ватан һуғышы осоро ваҡиғаларын сағылдыра. 1941 йылда «Талбазы» колхоз-совхоз театрында эшләгән ир-егеттәрҙең барыһы ла фронтҡа алына.
Ҡатын-ҡыҙҙар бер нимәгә ҡарамай театрҙы һаҡларға, халыҡтың рухын күтәреп ижад итергә һүҙ бирә. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылыуға, аслыҡ-яланғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар вәғәҙәләренә тоғро ҡала.
Картина өҫтөндә эш өс йыл дауам итә. «Ете ҡыҙ театры» документаль фильмын төшөрөр алдынан Кирстен Гайнет Башҡортостан, Красногорск архивтарында эшләй. Сценарий авторҙашы һәм төп кәңәшсеһе Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова. Фильм Ғафури, Ауырғазы райондарында, Салауат ҡалаһы, Үзбәкстанда төшөрөлә.