“Кис ятамын иртәгәһе уйҙар менән”

“Кис ятамын иртәгәһе уйҙар менән”

Республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла үҙ йөҙө булыуы менән дан ҡаҙанған А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында һоҡланғыс образдар ижад иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова үҙенең мәртәбәле юбилейын билдәләй.
Зифа Ғаяз ҡыҙының актриса булараҡ театр тупһаһын тәү тапҡыр аша атлап уҙыуына ҡырҡ биш йылға яҡын ғүмер уҙған. Ошо ваҡыт арауығында йөҙҙән ашыу роль өҫтөндә эшләп, күпме йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр үткәргән ул!
Профессиональ сәхнәлә эш башлаған осорҙа актрисаға режиссерҙар Н. Асан­байҙың “Аҡ сирендәр”ендә – Наза, Р. Ян­булатованың “Байрамбикә”һендә – Гөл­йемеш, С. Ямалдың “Ҡара сәскәләр”ендә – Амаль, Ә. Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәре” тип аталған тетрәндергес әҫәрендә – Йәмилә, Нурия, “Әсәләр көтәләр улдарын”да – Зәлифә, Т. Миң­нуллиндың “Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”ында Нурия кеүек етди ролдәрҙе ышанып тапшыра. Улар өҫтөндә эшләүгә бар һәләтен, булмышын һала артист. “Эшемдән ҡәнәғәтмен, режиссерҙарыма рәхмәтлемен – ролһеҙ торған сағым булманы. Ә был артист өсөн бик мөһим”, – ти Зифа ханым, ғорурланып.

Тулыраҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb