Кисә, йәғни, 13 октябрь көнө БР Милли музейында “Быуындарҙың тере хәтере” («Живая память поколений») исеме аҫтында күргәҙмә булып үтте

Кисә, йәғни, 13 октябрь көнө БР Милли музейында  “Быуындарҙың тере хәтере” («Живая память поколений») исеме аҫтында күргәҙмә булып үтте
Кисә, йәғни, 13 октябрь көнө БР Милли музейында “Быуындарҙың тере хәтере” («Живая память поколений») исеме аҫтында күргәҙмә булып үтте. V Бөтә Рәсәй поляк теле уҡытыусыларының конференцияһы сиктәрендә уҙғарылған был сараға халыҡтың күпләп йыйылыуы республикабыҙҙа йәшәгән поляктарҙың берҙәмлеге һәм татыулығы тураһында һөйләй.

Ике проектты берләштерҙе был күргәҙмә.
Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән Ирена Бестужеваның шәхси коллекцияһынан поляк халыҡ ижады өлгөләрен, поляк ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәрен күрергә мөмкин. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында йәшәүсе Алена Думчева коллекцияһынан шыршы уйынсыҡтары күргәҙмәлә урын алған.

Экспозицияла һуғылған дзерюгалар, япмалар, ашъяулыҡтар, балаҫтар, бәйләнгән салфеткалар- барыһы ла куңел һалып башҡарылған ҡул эштәре.

Санкт –Петербург ҡунағы Ирена Викентьевна Адам Мицкевич исемендәге 216-сы һанлы поляк телен тәрән өйрәнеү урта мәктәп эргәһендә эшләп килгән “Поляне” фольклор ансамбленең художество етәксеһе.

Ирена Бестужева әсәһенең яҡты иҫтәлегенә бағышлаған был күргәҙмәне. Алыҫтан алып килгән ҡул эштәре, ысынлап та, барыһы өсөн дә изге ҡомартҡы, боронғо поляк халҡының изге йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ошо ҡул эштәре аша күреп була, һәр бер тыуҙырылған мөғжизәлә сағылыш тапҡан.
1939 йылға тиклем Польша составына ингән көнбайыш Беларусия, көнсығыш Крес территорияларында йыйылған был ҡул эштәре поляк халҡының яҡты хәтирәләрен һаҡлай.
Беларусь Реупубликаһының Гродненский өлкәһе Холечино Щучинский районының Кирели, Толоки, Лелюшевцы ауылдарында (элекке Виленский өлкәһе, Новогрудский повят, Польша ) йәшәгән оҫталарҙың эштәре тәҡдим ителгән. Туҡыусылыҡ, селтәр үреү оҫталыҡтары менән дан тотҡан оҫтабикәләрҙең үҙҙәренә билгеле генә серҙәре лә булған. Әйтәйек, һуғылған балаҫтарҙың әле булһа яңыса һаҡланыуы, төҫтәрҙең уңалмауы барыһын да һоҡландыра һәм ҡыҙыҡһындыра.

Ирена Бестужева үҙенең сығышында ҡыҙыҡлы бер фекер менән бүлеште: “Балала халыҡ ижадына, фольклорға ҡарата һөйөү тойғоларын уятыу өсөн бәләкәйҙән үҡ “прививка” яһатыу кәрәк. Сабый саҡта һалынған тойғолар, тәрбиә мәңгелек...”

Шулай уҡ керамика һәм фарфорҙан эшләнгән һауыт-һаба, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сигеү, тегеү эштәрендә ҡулланылған уймаҡса-бармаҡсаларҙың ниндәйҙәре генә күрһәтелмәгән. Былар барыһы ла 10 йыл дауамында йыйылып килгән Алена Думчева коллекцияһынан тәҡдим ителгән.
  
Керамика һауыт-һабаһы аҡ балсыҡтан эшләнелә, декорациялар менән биҙәлә, эмаль менән ҡаплап махсус мейестәрҙә өтөп алына. Болеславец, Влоцлавек, Наленчув ҡалаларында һәм Мальцанув ауылында етештерелгән был ижад өлгөләре барыһын да һоҡландырҙы.

Автор: Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb