Кисә, 11 ғинуар көнө Нидерландтар короллегендә "Нидерландтарҙы Наполеон ғәскәрҙәренән азат итеү менән бәйле тарихи ваҡиғалар һәм унда башҡорт яугирҙәре роле" тигән темаға түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Сара “Сәнғәт берләштерә. Башҡортостан – Нидерландтар – Германия” тип исемләнгән халыҡ-ара фестиваль сиктәрендә ойошторолдо.
Башҡортостан һәм Нидерландтар тарихсылары менән йәмәғәт эшмәкәрҙәре 1812-13 йылдарҙағы ваҡиғаларға анализ яһаны. Ул Нидерландтарҙы француз хакимлығынан азат итеүҙең 205 йыллығына бәйле. Илде генерал Александр фон Бенкердорф отряды азат итә, уның алдында казактар менән бергә Беренсе башҡорт атлы полкы килә. Тап улар өлөшөнә хәрби хәрәкәттең иң ауыр өлөшө төшә.
Башҡортостан менән Нидерландтар араһында заманса мәҙәни бәйләнештәр 2013 йылда Амстердамдағы "Гелвинк" музейында Нидерландтарҙы азат итеүҙең 200 йыллығына арналған күргәҙмә сиктәрендә башланды.