Сараны Рәсәй китап союзы Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары менән берлектә үткәрә. Фекер алышыуҙа төбәктә китап уҡыуҙы үҫтереү, мәғариф, мәҙәни-социаль проекттар ойоштороу мәсьәләләре ҡарала.
Социаль һорау алыуҙарға ҡарағанда, 2015 йылда Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең 30 проценты бер китап та уҡымаған. Был Интернет һәм башҡа заман технологиялары әҙәбиәтте ҡыҫырыҡлап сығарыуҙы аңлатмай. Китап уҡыу инфраструктураһы кимәлен күтәреү мөһим тип билдәләнде фекер алышыуҙа. Китап магазиндары, китапханалар, электрон китапханалар селтәре эшмәкәрлеген яйға һалыу мөһим.