Иртәгә, 30 майҙа, Өфөлә «Китап байрамы» III халыҡ-ара китап йәрминкәһе башлана. Күләмле форум Башҡортостан Республикаһы Башлығы инициативаһы буйынса Һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында уҙғарыла. Йәрминкәне ойошторған һәм үткәргән өсөн «Иң күп уҡыған төбәк» Бөтә Рәсәй конкурсының ойоштороу комитеты ҡарары буйынса Башҡортостан «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» исеменә лайыҡ булды.
Ғәҙәттәгесә, йәрминкәне баш ҡаланың Совет майҙаны үткәрәсәк. Быйыл форумға дүрт йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы йыйыла. Улар араһында Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Өфөнән, Ростов, Киров, Мурманск, Һамар, Волгоград, Һарытау, Свердловск, Түбәнге Новгород Силәбе өлкәләренән, Сыуашстан, Удмурт, Коми, Татарстан, Дағстан, Мари Иле, Саха (Якутия), Хакас, Мордва республикаларынан йөҙгә яҡын нәшриәт бар. Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан нәшриәттәре продукцияһы менән танышырға мөмкин. Быйыл йәрминкәлә тәүге тапҡыр Иран нәшриәте ҡатнаша.
Проект сиктәрендә Рәсәй Яҙыусылар союзының рәйесе – Беренсе секретары Владимир Мединский, Рәсәй китап союзы Президенты Сергей Степашин, Рәсәй дәүләт китапханаһының генераль директоры, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары Вадим Дуда, Рәсәй китап нәшриәттәре ассоциацияһы президенты, Рәсәй китап союзы вице-президенты Константин Чеченев, «Мәскәү» китап сауҙа йортоноң генераль директоры Марина Каменева, «Питер» нәшриәтенең башҡарма директоры Анна Титова ҡатнашлығында эшлекле программа ҡаралған.
Быйыл әҙәби йәрминкәлә документаль прозаға һәм нон-фикшн жанрына айырым иғтибар бүленә. Глобаль үҙгәрештәр һәм тирә-яҡта барған күп һанлы драматик ваҡиғалар шарттарында бындай китаптар бигерәк тә көнүҙәк, улар кешеләргә тирә-яҡ донъяны һәм үҙҙәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Сарала был жанрҙағы бик күп баҫмалар тәҡдим ителәсәк.
Китап йәрминкәһенең төп темаһы – «Һүҙ көсө».
Беренсе көн, 30 майҙа, форум «Батырлыҡ тураһында һүҙ» девизы аҫтында уҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция темаһына арнала. Яҙыусылар Олег Рой, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – шағир, лейтенант, танкыға ҡаршы взвод командиры Сергей Лобанов һәм йырсы, актер, автор-башҡарыусы, «Таврида.Арт» лейблы артисы Сергей Нихаенко.
Халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 2-се яртыла үтә. Программаны алып барыусыларҙың береһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, «Минең Рәсәй: Музыкаль сәйәхәт» фестиваленең художество етәксеһе, телевидение алып барыусыһы Оксана Федорова. Ул шулай уҡ ижади осрашыу үткәрәсәк.
Икенсе көндә, 31 майҙа, байрам «Мәңгелек тураһында һүҙ» исеме аҫтында дауам итә һәм классик әҙәбиәткә бағышлана. Бында Александр Пушкин, Сергей Есенин, Антон Чехов, Мостай Кәрим кеүек рус һәм милли әҙәбиәт классиктарының әҫәрҙәре тәҡдим ителәсәк.
Рәсәйҙең халыҡ артистары Александра Захарова, Илзе Лиепа һәм Екатерина Рождественская ҡатнашлығындағы «Династия» спектакле сағыу мәҙәни ваҡиға буласаҡ.
Популяр театр һәм кино актеры, композитор, музыкант Иван Замотаев рус классикаһы әҫәрҙәре буйынса моноспектакль тәҡдим итәсәк.
Өсөнсө көн, 1 июнь, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан «Киләсәк тураһында һүҙ» лозунгы аҫтында үтә. Башҡортостан Республикаһының йыйылма балалар хоры сығышы сағыу ваҡиғаға әүереләсәк, унда 600 бала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә музыкаль әҫәрҙәрҙе форумдың төп сәхнәһендә башҡара.
Балалар әҙәбиәтен яратыусыларҙы яҙыусы Андрей Усачев менән осрашыу һәм билдәле шағир Самуил Маршак әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡыуандырасаҡ.
Өс көн дауамында әҙәбиәткә, театрға, һаулыҡ һаҡлауға, туризмға, йәштәр сәйәсәтенә һәм башҡа өлкәләргә арналған тематик майҙансыҡтар эшләйәсәк. Балалар һәм йәштәр өсөн махсус майҙансыҡтарға ҙур урын биреләсәк, унда ғаиләләр өсөн ижади аралашыу һәм белем биреү программалары өсөн айырым атмосфера булдырыла.
Йәрминкә барышында «Китап бүләк ит» хәйриә акцияһы үтәсәк. Теләгән һәр кем йәрминкә штабына «Бала саҡ» (Күмертау ҡалаһы) һәм «Самрау» (Күгәрсен районы) ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәренә, Учалы «Ғаилә» үҙәгенә, «Бергә» ғаилә үҙәгенә һәм «Йәйғор» социаль коррекция ярҙамы үҙәгенә (Өфө ҡалаһы), Өфө хосписына китап бүләк итә ала.
«Бөтә саралар ҙа көн һайын 10:00 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем өс майҙансыҡта, шул иҫәптән Совет майҙанындағы төп сәхнәлә, З. Исмәғилев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы Аҡмулла сәхнәһе һәр көндөң финалында Ватан кинофильмдарын күрһәтеү көтөлә. «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе – әҙәбиәт һөйөүселәр, шулай уҡ яңы идеялар һәм илһам эҙләүселәр өсөн байрам», – тип билдәләнеләр ойоштороу комитетында.
Йәрминкә программаһы менән тулыраҡ сараның сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙәге проекттың рәсми төркөмдәрендә танышырға мөмкин.
Бынан тыш, макулатура ҡабул итеү пункты эшләйәсәк, ул Совет һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә урынлашасаҡ. Макулатура йыйыуҙан алынған аҡсаның бер өлөшө СВО яугирҙарына ярҙамға йүнәлтеләсәк.