«Китап-Байрам»да «Ҡобайыр-шоу» этноконцерты үтәсәк

«Китап-Байрам»да «Ҡобайыр-шоу» этноконцерты үтәсәк

26 майҙа «Китап-Байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында «Ҡобайыр-шоу» этноконцерты була.

Һеҙҙе традицион этник музыка донъяһына сумырға, халыҡ музыка ҡоралдары яңғырашын ишетергә һәм фольклор вәкилдәренең ижады менән танышырға саҡырабыҙ.

Сара М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда үтәсәк. 18.00 сәғәттә башлана. Унда Рәсәй Федерацияһынан, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән: Алтай Республикаһынан, Башҡортостан Республикаһынан, Дағстандан, Саха Яҡутстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәүҙән, Екатеринбургтан, Үҙбәкстандан эпик әҫәрҙәрҙе башҡарыусылар ҡатнаша. Сара ҡунаҡтары - «Тыуған ер йырҙары» боронғо рус йыры республика асыҡ конкурсында ҡатнашыусылар.

Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың муниципаль берәмектәре, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb