Китап йәрминкәһендә билдәле шәхестәр ҡатнашасаҡ

Китап йәрминкәһендә билдәле шәхестәр ҡатнашасаҡ

26 – 28 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы булышлығында тәүге тапҡыр “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. Сара ВДНХ-ла Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе һәм “Ҡыҙыл майҙан” китап фестивале кеүек төрҙә ойоштороласаҡ.

– Фестиваль Совет майҙанында, Совет Һәм Пушкин урамдары буйлап үтәсәк. Бында сатырҙар ҡуйыласаҡ, ваҡиға майҙансыҡтары лекторийҙар зонаһы булдырыласаҡ. Йәрминкә 10.00 – 22.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Беҙҙең бурыс – унда барыу бөтә йәш төркөмдәре өсөн ҡыҙыҡлы һәм бай булһын. Көн һайын программаны китап авторҙары һәм ҡунаҡтарыбыҙ менән осрашыуҙар форматында “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү” асасаҡ. Беҙ Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединскийҙан, яҙыусылар Михаил Лабковскийҙан һәм Татьяна Устинованан, Вахтангов исемендәге дәүләт академия театры директоры Кирилл Кроктан, шағир Роберт Рождественскийҙың ҡыҙы Екатерина Рождественскаянан раҫлау алдыҡ, — тип билдәләне "Рәсәй" медиаүҙәгендә уҙған матбуғат конференцияһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә “Китап-байрам” йәрминкәһендә Рәсәй төбәктәренән генә түгел, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан 140-тан ашыу нәшриәт, китап магазиндары, шәхси букинистар ҡатнашасағын раҫлаған.

Өфөгә китап йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн билдәле артистар ҙа саҡырылған. Мәҫәлән, фестивалдең киске программаһында моноспектаклдәр һәм артистар Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз башҡарыуында әҫәрҙәрҙе художестволы уҡыу ҡаралған.

Йәрминкәнең көндәлек эшен Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре — “Кеше яҙмышы”, “Өс таған”, “Ал елкәндәр” буйынса нәфис фильмдар күрһәтеү тамамлай. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә конкурстар, хәйриә акциялары, һирәк китаптар күргәҙмәләре ойошторола.

“Китап-байрам” программаһында шулай уҡ Башҡортостан Башлығы призына нәшриәттәр араһында “Урал батыр ерендә йыл китабы” конкурсы, “Шиғырҙа тыуған ер тарихы” уҡыусылар конкурсы, “Ҡәләм һынауы” республика әҙәби конкурсы, “Урал батыр” балалар художестволы ижады конкурсы һәм башҡа саралар тәҡдим ителде.

“Китап-байрам” үтәсәк Совет майҙанында психология буйынса тематик әҙәбиәт менән бер рәттән ваҡытлы әҙәбиәт, моделле китапханалар, кулинар китаптар, ғаилә консультациялары зоналары ла йәйелдереләсәк. Һәр береһендә оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, театр постановкалары, консультациялар һәм башҡа саралар ойоштороласаҡ.

Бынан тыш, Өфө халҡы, ҡунаҡтар “Китап бүләк ит" (артабан китаптарҙы балалар йорттарына, дауаханаларға, хоспистарға һәм башҡаларға тапшырыу), “Китаптың яңы тормошо” (иҫке китаптарҙы район китапханаларына, мәктәптәренә тапшырыу) хәйриә акцияларында ҡатнаша ала.

Китап йәрминкәһе программаһы, ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте уның рәсми сайтында белергә мөмкин: www.kitap-bayram.ru.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb