Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Республикабыҙҙың тәүге халыҡ яҙыуысһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара уҙғарҙы. Сара шулай уҡ нәшриәткә яҙыусы исеме бирелеүенә 10 йыл тулыуға ла арналғайны.
Тантаналы сара әҙибәнең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Байрам тантанаһы артабан нәшриәттең тамашасылар залында дауам итте. Тамашаға мәртәбәле ҡунаҡтар, әҙибәнең яҡташтары, туғандары, яҙыусылар, бер һүҙ менән әйткәндә, замандаштары, ҡәләмдәштәре, фекерҙәштәре һәм рухташтары йыйылды.
Тамашаны Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филаромонияһы солисы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова алып барҙы һәм З.Биишева һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыратты, Республика Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Данил Ғофранов әҙибәнең «Салауаттың һуңғы монологы» поэмаһынан өҙөк һөйләп, кисәне йәмләне. Заһир Исмәғилев исемендәге Сәнғәт институты студенттары Айтуған Усманов менән Гөлфиә Һөйөндөкөваның сығышы тамашасыға күңелле кәйеф өҫтәне. Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары яҙыусының «Дуҫ булайыҡ» әҫәренән өҙөгөн сәхнәләштереп, күңелдәргә илһам нуры өҫтәне, шиғырҙарын һөйләп, йырҙарын йырлап, ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрҙе.
Йырлы-моңло әҙәби кисәлә БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты З.А. Әлибаев, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор З. Я. Шәрипова, БР Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, прозаик - драматург Т.Х. Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡ.А. Аралбаев, әҙибәнең һеңлеһе, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Л.Ғ. Биишева, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З.М. Тимербулатов, Күгәрсен районы Йомағужа ауылы китапханаһы мөдире З.Р. Әбдрәшитова һәм райондың Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән йорт-музей мөдире, Зәйнәб Биишева премияһы лауреаты З.М. Кәримова, Өфө ҡалаһының яҙыусы исемен йөрөткән 140-сы башҡорт гимназияһы директоры Б.И. Зинуров байрам тантанаһын тәбрик иттеләр, әҙибә хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлештеләр, нәшриәт етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева – еребеҙ, илебеҙ ғорурлығы, Башҡортостаныбыҙ өсөн эшләгән уның һәр изге эше, изге ғәмәле, халҡыбыҙ өсөн яҙған әҫәрҙәре – милләттәштәребеҙҙең рухи хазинаһы булып мәңге һаҡланыр, киләһе быуындарға күсер, яҡшылыҡҡа әйҙәп тороусы яҡты бер маяҡ булыр.