Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап”нәшриәте 3 – 6 июндә Мәскәүҙә үткән “Ҡыҙыл майҙан” китап фестивалендә ҡатнашты. Йәйҙең тәүге көндәрендә илебеҙ баш ҡалаһының төп майҙаны яҙыусылар, төрлө-төрлө сағыу китаптарҙан торған стендтар, иң мөһиме – китап уҡыусылар менән тулы булды. “Ҡыҙыл майҙан” – авторҙар, китап индустрияһы, китап һөйөүселәр байрамы. Фестиваль төрлө концерттар, яҙыусылар менән ижади осрашыуҙар, шиғыр уҡыуҙар менән бергә үрелеп барҙы. Башҡортостан “Китап” нәшриәте “Рәсәй төбәктәре” павильонында урынлашты. Беҙҙең баҫмалар мәскәүлеләрҙә һәм килгән ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Китап” нәшриәте эшмәкәрлеге “Ҡыҙыл майҙан” фестивалендә юғары баһаланды.
Нәшриәт бер юлы өс дипломға лайыҡ булды!
1. Рәсәй нәшерселәр ассоциацияһы (АСКИ) уҙғарған “Йылдың иң яҡшы китабы” конкурсы йомғаҡтары буйынса “Әҙәби мираҫты популярлаштырған өсөн” номинацияһында Рәсәй Китап берлеге дипломы менән бүләкләнде (С.Т.Аксаков. Аленький цветочек. Рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә).
2. Рәсәй нәшерселәр ассоциацияһы (АСКИ) “Йылдың иң яҡшы китабы” конкурсының “Мәҙәниәттәр диалогына өлөш индергән иң яҡшы баҫма” номинацияһы дипломы менән билдәләнде (Э.В. Миһранова. Башкиры. Традиционная система питания: историко-этнографическое исследование”).
3. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары федераль агентлығы “Малая Родина” конкурсы сиктәрендә Ф.Д. Әхмәрованың “Страницы памяти” китабы өсөн нәшриәтте “Беҙҙең төбәк кешеләре” номинацияһында финалист дипломы менән бүләкләне.