«Китап» нәшриәте Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының етем балаларына ярҙам күрһәтергә саҡыра

«Китап» нәшриәте Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының етем балаларына ярҙам күрһәтергә саҡыра

14 февралдә Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә. «Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ» етенсе дөйөм Рәсәй акцияһы барышында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республика халҡын акцияға ҡушылырға саҡыра.

Быйыл нәшриәт Донецк Халыҡ Республикаһынан һәм Луганск Халыҡ Республикаһынан килгән етем балаларға ярҙам күрһәтә.

Акцияға теләгән һәр кем ҡатнаша ала:

1. «Китап» магазиндарында 15 процент ташлама менән балалар өсөн китаптар һатып алырға:

- Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2-се йорт;

- Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-сы йорт;

2. Китаптарҙы «Китап» магазиндарына тапшырырға.

Йыйылған китаптар Учалы, Күмертау ҡалаларында һәм Күгәрсен районында йәшәүсе Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының етем балаларына тапшырыласаҡ.

Шулай уҡ ошо акция сиктәрендә нәшриәт Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Башҡорт республика балалар йорто китапханаһына китаптар һәм китап кәштәләре бүләк итә.

«Китап» нәшриәте Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының етем балаларына ярҙам күрһәтергә саҡыра

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb