«Китап» нәшриәте шағирә, публицист Рәзилә Низамованың китап туйын билдәләне

«Китап» нәшриәте шағирә, публицист Рәзилә Низамованың китап туйын билдәләне

17 апрель көнө  Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Автограф көнө» үтте. «Иңдәремдә илдәр хәстәре» тип аталған  сара шағирә, публицист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғлүмәт һәм киң саралар хеҙмәткәре Рәзилә Низамованың «Заман сулышы» исемле китабының исем туйына арналды.
    
Нәшриәттә күптән түгел электрон форматта донъя күргән «Заман сулышы» йыйынтығына Рәзилә Низамова уҡыусыларҙы заман, шәхес һәм кешелек именлегенә бәйле мәсьәләләр тураһында уйланырға саҡыра. Баҫмаға авторҙың публицистик әңгәмәләре, интервьюлары, һүрәтләмәләре, очерктары, эсселары индерелде. Рәзилә Низамова күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, яҙыусылар, шағирҙар, композиторҙар, сәхнә йондоҙҙары, бер һүҙ менән әйткәндә, замандаштарыбыҙ менән интервьюларҙың һәммәһе өсөн мөһим булған социаль әһәмиәткә эйә мәғлүмәтте еткерә.
Сарала ҡәләмдәшебеҙҙең йыйынтығына ингән замана геройҙары – тырыш, уңған ябай ауыл хеҙмәтсәндәренән алып уҡытыусылар, врачтар, дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар - Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, яҙыусы, шағирә Хәлисә Мөхәмәҙиева, халҡыбыҙҙың мәхәббәтен яулаған шағирә, әҙибә Дилә Булгакова, «Ҡыҙыл таң» гәзите редакцияһының мәҙәниәт бүлеге мөдире Фәрит Фәтҡуллин, йәш шағирә Гөлиә Гәрәева, Фәрит Фәтҡуллин, Көйөргәҙе районы Шәбағыш урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ильшат Нәжмиев, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы урта һөнәри белем биреү өлкәһенең почетлы хемәткәре Ләйлә Латыпова, Өфө дәүләт «Нур» татар театры актрисаһы Дамира Сәйетова, йырсы-композитор, музыканттар Лилия Вәхитова, Флёра Шәрипова, Резеда Сабитова, Салауат Әхсәнов ҡатнашты. Улар һәр береһе китап авторына йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен әйтте, ижади уңыштар теләне. Авторҙың яҡташтары - тыуған яғы Дәүләкән районы Ташлы Шәрип ауылы халҡынан ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе, яңы китап менән ҡотланы.
    Кисәлә сәхнә йондоҙҙары башҡарыуында автор һүҙҙәренә яҙылған бик күп йырҙар йырланды    , шиғырҙары уҡылды.
«Автограф көнө» ысын мәғәнәһендә һәр кемгә юғары рух, йәшәү көсө бирҙе, күңелдәргә илһам нуры таратты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb