«Китап» нәшриәтендә башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниеваның һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе

«Китап» нәшриәтендә башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниеваның һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе

Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниеваның һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе.

Баҫмаға шағирәнең төрлө йылдарҙа ижад ителгән  иң яҡшы шиғырҙары тупланған. Тамара Ғәниева ижадының төп һыҙаттары- публицистик тапҡырлыҡ, драматик көсөргәнешлек, лирик йылылыҡ, фәлсәфәүи уйланыуҙар.

Шиғырҙар циклы тыуған халҡына, Ватанының үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә, яҡын кешеләренә һөйөү менән һуғырылған. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә туған телгә, мәҙәниәткә, милләт-ара үҙ-ара аңлашыуға ихтирамды һаҡлау кеүек мөһим проблемаларҙы күтәрә.

Баҫманың тиражы — 1000 дана. Китап  Башҡортостан Республикаһының  Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.

Тамара Ғәниева  1951 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Шағирә, тәржемәсе һәм драматург. Бик күп шиғри йыйынтыҡтар авторы.Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Р. Ғарипов , Ф. Кәрим, Б. Бикбай исемендәге премиялар лауреаты. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы лауреаты. Башҡорт теленә иң шәп нәфис тәржемә өсөн «Һүҙҙәрҙең бәйләп торған ептәре» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb