«Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның өр-яңы китабы сыҡты

«Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның өр-яңы китабы сыҡты

«Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның башҡорт һәм рус телдәрендә «Дуҫ булайыҡ» повесы донъя күрҙе. Тиражы – 5000 дана. Ҙур форматта нәшер ителгән яңы баҫма сағыу һүрәттәр менән иллюстрацияланған. 
Повеста үҫмер балалар тормошо, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, уй-кисерештәре, донъяға ҡараштары сағылдырыла.
Яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, М. Өмөтбаев, З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты Тимерғәле Килмөхәмәтов китапҡа баш һүҙ яҙа.

Зәйнәб Биишева – әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр яҙған күренекле прозаик. Уның иң ҙур әҫәре – «Бер ғүмерҙең тарихы» тигән трилогияһы «Кәмһетелгәндәр», «Уяныу», «Яҡтыға» романдарын үҙ эсенә ала. Улар Мәскәүҙә рус телендә баҫылып сығып, төрлө милләт кешеләренең яратып уҡыған китаптарына әүерелде. Эйек йылғаһы (яҙыусының бала саҡтары үткән ер) Һаҡмарға ҡарай аҡҡан кеүек, Зәйнәб Биишева ижады күп милләтле совет (Рәсәй) әҙәбиәтенә барып ҡушыла.
Зәйнәб Биишева – оҙайлы тормош юлы үткән яҙыусы. «Бер ғүмерҙең тарихы» тигән трилогиянан тыш, «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар», «Көнһылыу», «Дуҫ булайыҡ» повестары, «Ҡайҙа һин, Гөлниса?», «Далала таң» хикәйәләре, «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәттәре, «Тылсымлы ҡурай», «Нәҙер» пьесалары, «Салауат аманаты» поэмаһы, күп шиғырҙары, тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләре, «Үткән юлдар, уҙған йылдар... » исемле автобиографик яҙмалары бар.
Үҫмер балалар тормошон сағылдырған «Дуҫ булайыҡ» повесы рус, шулай уҡ башҡа күп телдәрҙә баҫылып сыҡты, төрлө милләт балаларының яратып уҡыған әҫәренә әүерелде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb