«Китап» нәшриәтендә Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған Автограф көнө үтте

«Китап» нәшриәтендә Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған Автограф көнө үтте

Кисә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған Автограф көнө үтте. Осрашыуҙа яҙыусы, филология фәндәре докторы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, М. Аҡмулла, З. Биишева, Р. Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Шәкүрҙең – «Һайланма әҫәрҙәр», талантлы шағир, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, З. Биишева, Р. Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты Хәсән Назарҙың – «Һайланма әҫәрҙәр», ижад  донъяһына яңыраҡ аяҡ баҫҡан Бәхтейәр Хәлитовтың «Аға иҙел – Ағиҙел», күренекле шағир, драматург Салауат Әбүзәрҙең «Ғәмәл дәфтәре» китаптарының исем туйы үтте.

Әҙәби сарала шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәм БР Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев ҡатнашты.

Улар яңы сыҡҡан китаптарға байҡау яһаны, башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән ҡәләмдәштәренә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Авторҙар, үҙ сиратында, китап яҙылыу тарихы һәм артабанғы ижади пландары менән уртаҡлашты, шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.
Осрашыу аҙағында Өфөнөң 124-се мәктәп уҡыусылары Хәсән Назар, Бәхтейәр Хәлитов, Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарын яттан һөйләп, йыйылған ҡунаҡтарҙы һөйөндө
рҙө.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb