«Китап» нәшриәтендә Фәиз Харрасовтың «Тауҙарҙа тыуған елдәр» яңы китабы донъя күрҙе

«Китап» нәшриәтендә Фәиз Харрасовтың «Тауҙарҙа тыуған елдәр» яңы китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә әҙәбиәт донъяһына үҙ фекере, үҙ яҙыу стиле менән килеп ингән йәш автор Фәиз Харрасовтың «Тауҙарҙа тыуған елдәр» яңы китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡта тормош-көнкүреш темаларына арналған төрлө хикәйәләр, нәҫерҙәр урын алған.
Йыйынтыҡта тупланған барлыҡ хикәйәләр ҙә тормоштан алып яҙылған.
«Минең тарих», «Тауҙарҙа тыуған елдәр», «Ебәрәм һине» әҫәрҙәрендә автор был тормоштоң ни тиклем генә ауыр мәсьәләләре, ҡараңғы яҡтары килеп сығыуға ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла йәшәүгә өмөттө, дәртте һүндермәҫкә, күңелде төшөрмәҫкә, яҡты киләсәк менән алға барырға, алға ынтылырға кәрәк тигән уй-фекер үткәрә.

Фәиз Харрасовтың үҙенә генә хас булған тел үҙенсәлеген дә билдәләп үтергә кәрәк. Һәр әҫәрендә тиерлек ул кеше яҙмыштарын тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт миҙгелдәре аша оҫта һүрәтләй.

Юморға бай, философик ҡарашлы, тормошсан, ябай тел менән яҙылған Фәиз Харрасовтың был яңы китабы уҡыусы һөйөүен яулар. 

Йыйынтыҡ БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb