“Китап” нәшриәтендә Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға бағышланған “Бер йәшәргә тыуҙым” тигән китап донъя күрҙе

“Китап” нәшриәтендә Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға бағышланған “Бер йәшәргә тыуҙым” тигән китап донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге республика “Китап” нәшриәтендә билдәле шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға бағышланған “Бер йәшәргә тыуҙым” тигән китап донъя күрҙе. Китапҡа шағирҙың быға тиклем баҫылмаған, 2013-2016 йылдарҙа яҙылған шиғырҙары ингән. Улар араһында тыуған еребеҙгә, республикабыҙға, кешенең донъялағы урынына арналған уйланыуҙарға бағышланған әҫәрҙәр бар.

Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы — башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм публицист, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Зәйнәб Биишева (2000), Сергей Чекмарёв (2000), Рәми Ғарипов (2001), Фәтих Кәрим (2006), Мәжит Ғафури (2007), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2007) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге премиялар лауреаты. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы.

Сығанак: yuldashfm.ru 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb