“Китап” нәшриәтендә Ләйсән Яҡупованың «Аҡ донъям» китабы донъя күрҙе

“Китап” нәшриәтендә  Ләйсән Яҡупованың «Аҡ донъям» китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Ләйсән Яҡупованың «Аҡ донъям» тип аталған татар телендә электрон баҫмаһы донъя күрҙе.
«Аҡ донъям» йыйынтығы һәр кемдең күңелендә булған, бер ҡасан да иҫкермәгән мәңгелек матур темаға – мәхәббәткә арнала. Был донъяла ғүмерендә бер тапкыр булһа ла һөйөү тойғоһо кисермәй ҡалған кеше юҡ. Һағышлымы ул, һөйөнөслөмө, мәхәббәт татыған миҙгелдәр онотолмай.
Яратыу, һөйөү тулы ялҡынлы хистәр менән һуғарылып яҙылған лирик шиғырҙарында әҙибәнең күңел кисерештәре сағылыш таба, бөгөнгө менән ғорурланыу, үткәнде һағыныу тойғолары ярылып ята, ул йәшлегенә ауаз һала, әҫәрҙәре менән бала сағына әйләнеп ҡайта, ә мауыҡтырғыс сюжетлы хикәйәләрендә тормош-көнкүреш проблемаларына туҡтала, йәш ғаилә, ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләрен асыҡларға тырыша.
Ләйсән Яҡупова әҫәрҙәренең нигеҙендә аҡ төҫтәр балҡышы күҙгә салына, автор шуға күрә лә яҡшылыҡтың, изгелектең яманлыҡты, яуызлыҡты еңеп сығырына ышана.
Шиғырҙар һәм хикәйәләрҙе туплаған «Аҡ донъям» йыйынтығы һәр кемдең күңеленә хуш килер, китап кәштәһендә үҙ урынын табыр.
Йыйынтыҡ БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb