«Китап» нәшриәтендә шағир, яҙыусы һәм тәржемәсе Ғәлим Дәүләтовтың «Нөгөш буйы малайҙары» исемле китабы донъя күрҙе

«Китап» нәшриәтендә шағир, яҙыусы һәм тәржемәсе Ғәлим Дәүләтовтың «Нөгөш буйы малайҙары» исемле китабы донъя күрҙе

Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағир, яҙыусы һәм тәржемәсе, Булат Рафиҡов, Сергей Чекмарев исемендәге премиялар лауреаты Ғәлим Дәүләтовтың «Нөгөш буйы малайҙары» исемле китабы донъя күрҙе.

 Китап ике телдә: башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер итлгән.  Рус теленә тәржемәсеһе  О. Тихомиров. Был китапҡа авторҙың әҙәби мираҫынан «Нөгөш буйы малайҙары» повесы, хикәйәләре, поэмалары, шиғырҙары тәҡдим ителә.
Ғ. Дәүләдиҙең «Ташлытау – матур тау», «Нөгөш тулҡындары», «Тау гөлдәре», «Мин – ер улы», «Ҡарағайҙар шаулай ҡаяла», «Мин юлдарға сығам»,  «Урал йондоҙҙары», «Нөгөш буйы малайҙары» (повесть), «Һиңә һүҙем һыя», «Осрашыуҙың яҡты минуттары», «Йәйғор төшкән Уралға», «Ҡурсағым йоҡларға яратмай», «Матурлыҡ ғазабы» исемле китаптары баҫылып сыҡты.
Мәскәүҙә рус телендә «Волны Нугуша», «Помощник Акбай», «Буду как мама», «Мальчики с Нугуша» тигән китаптары донъя күрҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb