“Китап” нәшриәтендә Земфира Аҡбутинаның «Иҙел ҡыҙы» исемле яңы китабы донъя күрҙе

“Китап” нәшриәтендә Земфира Аҡбутинаның «Иҙел ҡыҙы» исемле яңы китабы донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә яҙыусы, педагог һәм журналист Земфира Аҡбутинаның «Иҙел ҡыҙы» исемле балалар өсөн өр-яңы китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡ дүрт бүлектән тора.  Мәктәп йәшендәгеләрҙе Земфира Аҡбутина «Уҡытыусыма», «Сығарылыш уҡыусыһына», «Бүләк» кеүек һәм башҡа бик күп шиғырҙары менән һөйөндөрә. Уларҙы уҡыусылар төрлө сараларҙа, дәрес ваҡытында ҡуллана ала.

Йыйынтыҡтың өсөнсө һәм дүртенсе бүлектәре тәүге ике бүлектән айырыла. Автор уларҙа балаларҙан ишеткән ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрҙе хикмәтле хикәйәләр итеп тасуирлай, әкиәт итеп яҙа.Ә һуңғы бүлек иһә «Иҙел ҡыҙы» тип аталған автобиографик повесты эсенә ала. Повесть 22 хикәйәнән тора, һәр хикәйәгә исем бирелә.

Дөйөмләштереп алғанда, уҡытыусы, шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Земфира АҠБУТИНА яңы китабы менән кесе йәштәге уҡыусыларының күңелен арбап, уларҙың йөрәгенә онотолмаҫ юл ярҙы. Уның «Китап» нәшриәтендә «Нур усағы» йыйынтығында «Ҡая сәскәһе» (2001) исемле шиғырҙар шәлкеме һәм «Атай кеүек булам мин» (2005) тигән айырым китаптары ла маҡтауға лайыҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb