«Китапхана төнө»ндә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә боронғо риүәйәттәр, халыҡ әкиәттәре, милли кейем һәм ҡыл-ҡумыҙ хаҡында һөйләйәсәктәр.
Риүәйәттәге ете ҡыҙға арналған бейеү буйынса оҫталыҡ дәресен билдәле башҡорт бейеүсеһе - РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Рәшиҙә Туйсина үткәрә.
«Өләсәйҙәр һандығы»ндағы хазиналарының сере хаҡында «Селтәр» башҡорт милли кейеме студияһынан танылған өләсәйҙәр һөйләйәсәк.
Бынан тыш, ҡунаҡтар башҡорт халҡының боронғо уйын ҡоралы – ҡыл-ҡумыҙ моңдарын ишетер. Был инструмент менән ҡунаҡтарҙы республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Ғата Сөләймәнов исемендәге Бөтә Рәсәй музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсы гран-прийын яулаусы, «Рәсәйҙең йәш һәләттәре» дөйөм Рәсәй конкурсы призеры, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Башҡорт музыкаһы факультеты студенты Рушана Әбсәләмова таныштырасаҡ.
Иң бәләкәй ҡунаҡтар өсөн бүлек хеҙмәткәрҙәре Фәрит Иҫәнғоловтың хикәйәһе буйынса «Урман ҡыҙы» интерактив әкиәтен әҙерләй, шулай уҡ башҡорт халҡына арналған өҫтәл уйынын тәҡдим итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Китапханалар төнө” акцияһы 27 майҙа «Китап байрамы» Беренсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында уҙа.