Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина менән хушлашыу

Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина менән хушлашыу
Республикабыҙ мәҙәниәте һәм сәнғәте ҙур юғалтыу кисерҙе: билдәле дәүләт эшмәкәре, БАССР-ҙың мәҙәниәт министры, БАССР-ҙың биш саҡырылыш депутаты Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина 86 йәшендә вафат булды.

Илебеҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхес, оло хөрмәткә лайыҡ ил инәһен юғалттыҡ.

Бөгөн, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билдәле дәүләт эшмәкәре Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллинаны һуңғы юлға оҙаттылар.

Клара Ғабдрахман ҡыҙы 1931 йылдың 7 мартында Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1953 йылда Харьков педагогия институтын тамамлаған. КПСС Үҙәк комитетының юғары партия мәктәбендә уҡый. 1953 йылдан алып Первомайск ҡала мәктәбендә, һуңынан Өфөнөң 20-се урта мәктәбендә уҡыта.

1955 йылда ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә Комитетына инструктор итеп эшкә алалар, һуңынан бүлек мөдире урынбаҫары булараҡ эшен дауам итә.

1960-1963 йылдарҙа ВЛКСМ Башҡортостан Өлкә Комитетының 1-се секретарь вазифаһын башҡара. 

1965 йылда БАССР-ҙың мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнә.
1969 йылда ВЛКСМ Башҡортостан Өлкә Комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1981-1986 йылдарҙа дәүләт учрежденияларының профсоюз эшмәкәрҙәре Башҡортостан Өлкә комитеты рәйесе вазифаһында эшләй.

БАССР-ҙың 6-10 саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

Клара Ғабдрахман ҡыҙы бай тормош тәжрибәһенә эйә булды. Уның әүҙем ҡатнашлығында байтаҡ ҡына проекттар тормошҡа ашырылған. Улар араһында – Башҡортостан Республикаһы өсөн символик әһәмиәткә эйә булыусы Салауат Юлаевҡа һәйкәл, Дуҫлыҡ Монументы.

“Клара Ғабдрахман ҡыҙы “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ”, “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланған.

Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Беҙ мәрхүмдең барлыҡ туғандарының, яҡындарының һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.


Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb