Башҡортостандың Милли симфоник оркестры "Башҡорт музыкаһының алтын биттәре" тип аталған тамашаға - танылған композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Ләйлә Исмәғилеваның ижад кисәһенә саҡыра.
Дирижер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, оркестрҙың баш дирижеры Дмитрий Крюков; солистка - халыҡ-ара конкурстар лауреаты Анна Савкина. Концертта Башҡортостандың Т. Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы ҡатнаша (художество етәксеһе һәм баш дирижеры - Алһыу Хәсбиуллина).
Ижад кисәһе 27 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙа. 19.00 сәғәттә башлана.