2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Композитор Нур Дауытов юбилейын билдәләй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 15 февраль 2016
Композитор Нур Дауытов юбилейын билдәләй
Өфөлә композитор һәм педагог Нур Дауытовтың юбилейына арналған «Йөрәгем моңдары» исемле концерт үтәсәк. Нур Әсғәт улы барлыҡ тамашасыларҙы 25 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залына саҡыра. Концертта юбилярҙы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт академик хор капеллаһы ҡатнаша. Тамаша 19 сәғәттә башлана. Композитор һәм музыкант Нур Әсғәт улы Дауытов 1956 йылдың 5 ғинуарында республиканың Бәләбәй районы Пахарь ауылында тыуған. Республика музыка мәктәп-интернатын һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын профессор Заһир Исмәғилевта композиция класын тамамлай. 1982-1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында музыкаль етәксе вазифаһында эшләй. 1987 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем – Өфө сәнғәт училищеһының инструментовка һәм партитураларҙы уҡыу класы буйынса уҡытыусыһы. Хәҙер ул училищеның үҙ предметын бик яҡшы белгән төп уҡытыусыларының береһе булып тора, уның күп уҡыусылары бик яҡшы музыканттар булып китте. Нур Дауытовтың ижади, ижтимағи һәм концерт эшмәкәрлеге киң һәм төрлө. Ул Нефтекама ҡалаһында «Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара фестивален башлап ебәреүселәрҙең береһе һәм уның даими жюри ағзаһы, Сибай ҡалаһында «Ирәндек моңдары», Октябрьский ҡалаһында «Ҡурай байрамы» һәм башҡа бик күп конкурстар ағзаһы. Үткәрелгән сараларҙың барыһында ла Дауытов жюри ағзаһы ғына түгел, үҙ әҫәрҙәрен башҡарыусы булараҡ та ҡатнаша. Йыш ҡына ул Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында үҙ концерттары һәм ижади отчеттары менән сығыш яһай. Нур Әсғәт улының ижади эшмәкәрлеге күп төрлө һәм бер нисә жанрҙы үҙ эсенә индерә. Уның ижады Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй тыңлаусыларына киң билдәле. Композитор республикабыҙҙың төп коллективтары – Башҡортостандың Милли симфоник оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ҡайһы бер вокалсылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Дауытовтың ижадында радио һәм телевидениела эш ҙур урын биләй. Бигерәк тә уның күптән түгел ойошторолған БР Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән эшмәкәрлеген билдәләп үтергә кәрәк, уның өсөн ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20-нән ашыу әҫәр ижад итте. Улар коллектив репертуарына ныҡлы инде һәм уның алтын фонды булып тора.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө